5 октябрь- иң абруйлы, иң яуаплы һөнәр эйәләре-Уҡытыусылар көнө. Минең күңелдә бала саҡтан был һөнәр кешеләренә ихтирам, хөрмәт тойғоһо булды. Мәктәп икенсе тыуған йорт тиҙәр, ә уҡытыусы икенсе әсәй кеуек ул.
Юлдаш ауылында ла әле ситтә эшләп йөрөүсе уҡытыусылар ҙа, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар ҙа күп, ситтә тием, бына икенсе йыл инде ауыл мәктәбе буш тора. Уҡытыусыларға хөрмәт йөҙөнән, уларҙы бергә туплап йәнле аралашыу ниәтенән Юлдаш ауыл китапханаһында Уҡытыусылар көнөнөндә күңелле кисә үтте. Сара икенсе йыл үткәрелә, был юлы хөрмәтле уҡытыусылар: Шәйәхмәтова Тәнзилә, Бикмөхәмәтова Гөлкәй, Яҡупова Миләүшә, Бикбулатова Рәйлә, Бикбулатова Клара, Бикбулатова Филюзә, Ишеғолова Сәкинә, Ишеғолова Светлана (хәҙерге ваҡытта ла Муйнаҡ мәктәбендә эшен дауам итә) саҡырыуҙы ҡабул итеп байрамға килделәр. Ике командага бүленеп уҡытыусыларҙың төрлө фәндәрҙән:Башҡорт теле, рус әҙәбиәте,география, тарих, математика,йырҙан белемдәрен тикшерҙек.Улар төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнаштылар.
Ихлас күңелле, йор һүҙле уҡытыусылар менән сара бик күңелле үтеп китте.Уҡытыусыларҙы туплауҙа ярҙам иткәне өсөн Ишеғолова Сәкинә апайға, саҡырыуҙы ҡабул итеп килгән уҡытыусыларға оло рәхмәтемде белдерәм. Ғаиләгеҙгә именлек, һаулыҡ теләйем,иң мөһиме илдәр тыныс булһын. Шулай уҡ укытыусыларын онотмай бүләкләгән Бикбулатов Илмирҙға ла оло рәхмәт, эшеңдә, алдағы тормошонда уңыштар, миңә лә бүләк яһаған уҡытыусыларға ҙур рәхмәт (Филюзә апай үҙ ҡулдары менән кейемгә биҙәктәр эшләй). Алдағы көндәрҙә лә иҫән-һау осрашырға булһын.