Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға ла бына инде хәтһеҙ йылдар үткән. Хәҙерге быуын да ул йылдарҙы тик китаптарҙан ғына тиерлек белә. Ә бына беҙҙең Абзан ауылында ул йылдарҙың тере шаһиты булған, һуғыш ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов, әле лә шөкөр беҙҙең арала матур ғүмер итә. Уны һуғышҡа 1943 йылдың 10 ноябрендә алалар. Яу юлын ул 1-се Украина фронтының 35–се уҡсылар полкының составында үткән. Әхмәтдин Фәхретдин улы Украина, Польша, Германия өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша.
«Германия еңгәне өсөн» һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Демобилизацияланғас, тыуған районына ҡайта. Абзан ауылындағы промкомбинатта завхоз булып 1955 йылға тиклем, унан Ейәнсура РТС-ында эшләп хаҡлы ялға сыға. Әхмәтдин Фәхретдин улы тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр, тик, ҡыҙғанысҡа күрә, ҡатыны һәм ике балаһы вафат булған, шулай ҙа ветеран әле лә тормошҡа булған ҡыҙыҡһыныуын, һөйөүен һаҡлап ҡалған, ул һәр ваҡыт ярҙамға килергә һәм кәңәштәрен бирергә әҙер.
Ауылда ғына түгел, Ейәнсура районында берҙән-бер тере ветеран ул. Матур тормош юлы үткән олатай хаҡында яҙмау мөмкин түгел. Һуғышта ғына түгел, тыныс тормошта ла юғалтыуҙар кисергән Әхмәтдин олатай ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәй, бәлки һуғыш уны ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа өйрәткәндер, татыулыҡ, берҙәмлек менән яулап алынған яҡты тормоштоң ҡәҙерен белеп ғүмер итә ул, ҡалғандарҙы ла матур тормош, яҡты маҡсат менән йәшәргә саҡыра.Ул яулаған тыныс тормошто һаҡлап, ил алдында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан бүләһен күреү бәхетен дә татыны. Һис ҡасан зарланыуҙы белмәй ветеран. Барыбыҙға ла үрнәк ул. Тыныс бәхетле ҡартлыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ бөйөк ветеранға, оло рәхмәт, ихтирам менән һеҙҙең алда баш эйәбеҙ хөрмәтле Әхмәтдин Фәхретдин.