Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы 1933 йылдың 15 февралендә Ейәнсура районы Абзан ауылында тыуа, бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә. Абзан урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлағандан һуң, 1951 – 1956 йылдарҙа М.И Калинин исемендәге Мәскәү төҫлө металл һәм алтын институтының геологик эҙләнеү факультетында «Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эҙләү» специальносы буйынса уҡып, күңеленә ятҡан һөнәр алып сыға.
1978 – 1992 йылдарҙа СССР Геология министрлығының Башҡорт геология идаралығы баш геологы вазифаһын башҡарған осорҙа бер төркөм Башҡортостан геологтары бик тәрәндә, ер өҫтөндә бер ниндәй билдәһе булмаған алтынды, баҡыр-цинк ятҡылыҡтарын эҙләү методикаһын булдыра.
1992 – 1997 йылдарҙа БР Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһы йөкмәтелә.
СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Уның тураһында:
1. К. Яйыҡбаев. Күп эштәргә маһир ағайым. [Текст] // Йәшлек,№ 18 – 2003 й.
2. С. Ғәлин. Тыуған тупраҡ йылыһы. [Текст] // Башҡортостан.
3. И. Махмутов. Держись,геолог! [Текст] // Известия Башкортостана, № 203 – 1993 г.
4. Ғабдрахманова М. Аҫылташтар серен аҫыл ирҙәр белер. // Башҡортостан. – 2013. – 20 февраль. – 3-сө бит.
Литература:
1. Б. Мәһәҙиев. Геолог яҙмаларынан. [Текст] // Башҡортостан- Йома, №66.