Абдуллин Булат Фәтих улы 1944 йылда Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Үрген урта мәктәбен 1960 йылда тамамлай, шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә.
1965 йылда БДУ-ны тамамлағас, Иҫәнғол урта мәктәбенә уҡытыусы булып эшләй башлай.
1971 йылда БДУ-ла кесе ғилми сотрудник булып эшләй.
1973 йылдан башлап хәҙерге көнгә тиклем Башҡорт дәүләт педагогия институтында дөйөм физика кафедраһында эшләй. Хәҙерге һаҡында ул кафедраның өлкән уҡытыусыһы.
1980 йылда Н.С.Курнаков исемендәге дөйөм һәм неорганик химия институты эргәһенән аспирантура тамамлай һәм кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Кристаллохимия, кристаллофизиканың хәҙерге проблемалары менән шөғөлләнә. Ул 20-нән артыҡ ғилми статьялар авторы.

 

Год народного творчества