Раушания Мөхәмәт ҡыҙы Назарова 1967 йылдың 19 мартында Байыш ауылында тыуған. 10 классты Байыш урта мәктәбендә тамамлай. 1984 йылда Сибайҙың педагогик училищеһына башланғыс синыфтар уҡытыусыһы бүлегенә уҡырға инә. Уны 1986 йылда тамамлай. 1986 йылда Өфөгә сәнғәт институтына уҡырға инә. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт драма театрында практика үтеп диплом яҡлай. 1992 йылда сәнғәт институтын тамамлай. Унан һуң Салауат дәүләт башҡорт драма театрында 1992 йылдан алып 19998 йылға тиклем режиссер булып эшләй. Ҡ.Аҡбашевтың «Һипкелле ҡыҙ» тигән комедияһын, Р. Байбулатовтың «Мөхәббәт хаҡына» тигән драмаһын, һәм башҡа бик күп төрлө сәхнә әҫәрҙәрен халыҡҡа илтә. 19998 йылдың ғинуарында Раушания Мөхәмәт ҡыҙын Өфөгә Башҡорт дәүләт академия драма театрына режиссер ярҙамсыһы итеп эшкә алалар. Хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
О ней:
1. З. Мәһәҙиева. Йәм биреүсе, йән биреүсе. [Текст] // Йәншишмә, № 17 – 1998 й.