Бикташева (Кусәрбаева) Әнисә Хәбир кыҙы 1977 йылдын 4 февралендә Ейәнсура районынын Үрге Бикбирҙе ауылында ете балалы ҙур һәм татыу ғаиләлә алтынсы бала булып доньяға килә. Ата-әсәһе икеһе лә ошо ауылда тыуып-уҫеп, тыуған ерен ташлап китмәй, ғүмер буйы колхозда тырышып эшләп, хеҙмәт ветерандары булып хаҡлы ялға сыға. Әнисә Хәбир ҡыҙының тәүге шиғырҙары, һүрәттәре 4 класта уҡығанда «Башкортостан пионеры» гәзитендә, «Пионер» журналында баҫыла башлай, «Октябрь байрағы» район гәзитендә сыға. 1994-1999 йылдарҙа БДУ-нын башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-рус булегендә уҡып, диплом ала, ситтән тороп аспирантурала белемен камиллаштыра. Студент сағында БДУ-ның «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенә йөрөй. 3 йыл ауыл мәктәбендә уҡыта, 2006-сы йылдан БР-ҙың «Зианчуринские зори» редакция-нәшер комплексы дәуләт унитар предприятиеһында бөгөнгө көнгәсә социаль-гуманитар бүлектә хәбәрсе. Мәҡәләләре республика гәзит-журналдарында баҫылды. Һуңғы йылдарҙа проза жанрында уңышлы эшләй. Үҙнәшер юлы менан «Әхмәтбаҡый хәҙрәт фатихаһында», «Кесе Һүрәм, Оло Һүрәм йылғалары бассейны топонимияһы» китаптары сыҡты. «Башкортостандын алтын ҡаурыйы-2011» республика журналистар конкурсында еңеп, «Йыл журналисы» исеменә лайыҡ булды, унан тыш төрлө йылдарҙа күп мәртәбә республика кимәленда еңеүҙәр яуланы, дипломдар, Почет грамоталары менан буләкләнде. Иптәше Дамир Камил улы менан өс ҡыҙ, бер ул үҫтерә.

 

Год народного творчества