Ноғманов Рәфҡәт Ейәнсура районының Сирғол ауылында 1990 йылдың 4 ғинуарында тыуған. Сирғол урта мәктәбен тамамлағас, Салауат педколледжына уҡырға инә. 2 йыл уҡығас, уҡыуын тамамлағансы, икенсе төрлө һөнәрҙе – иретеп-йәбештереүсе һөнәрен – үҙләштерә. Хәҙерге ваҡытта Мордовияла төҙөлөштә эшләй.
Мәктәптә уҡығанда әҙәби түңәрәккә йөрөй, хәҙер «Ейәнсура таңдары» гәзитендә, «Аманат» журналында шиғырҙары донъя күрә. «Бәйләнештә» социаль төркөмөндә шиғырҙарын урынлаштырып тора.
* * *
Киткән – килмәй,
Килгән – китмәй
Йөрәкте башҡа өтмәй.
Яндан үтмәй,
Серен һүтмәй,
Киткәс башҡаса көтмәй.
Юғал яндан,
Юйыл аңдан,
Йәйге ҡыҙарған таңдан.
Татһыҙ балдан,
Алҡыш залдан,
Һиңә шиғырҙар ҡандан.
Башым эйәм,
Битлек кейәм,
Сәскәләр һиңә өйәм.
Бер сә көйәм,
Йоҙроҡ төйәм
Әллә һаман да һөйәм?