ИЛДАР АҠЬЮЛОВ

Аҡьюлов Илдар Мөхәмәт улы 1971 йылда Үрген ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. 1988 йылда Р.Ғәрипов исемендәге республика башҡорт – интернат гимназияһын тамамлай. Бер йыл Әлебай мәктәбендә уҡытҡандан һуң, армияға сафына алына. Ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, БДУ-ға уҡырға инә. Хеҙмәт юлын З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә редактор булып башлай. 1999 йылда «Башҡортостан» газетаһы редакцияһында эшләй. 2000-2006 йылдарҙа Башҡортостан радиоһында корреспондент эшен башҡара.

Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙары буйынса үткәрелгән конкурста 2-се, 2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен үткәреүҙә актив ҡатнашҡаны  миҙал менән бүләкләнә. БР һәм РФ Журналистар Союза ағзаһы булып тора. 2008 йылда «Юйылмаҫ эҙ» исемле тәүге китабы донья күрә.

Список литературы:

1. Аҡьюлов И.М., Юйылмаҫ эҙ [Текст].- Өфө: Китап, 2008.-Б.120

2. Аҡюлов И. Яҡташтарға хөрмәт йөҙөнән [текст] // Башҡортостан. – 2015. – № 8. – Б. 4.

 

Год народного творчества