МИҘХӘТ АҪЫЛБАЕВ (1960)
Аҫылбаев Миҙхәт Хаммат улы 1960 йылда Ейәнсура районының Әлебай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Әлебай башланғыс, Абзан урта мәктәбен тамамлап, 1979-1981 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1987 йылда БДУ-ның башҡорт филология факультетын тамамлай. Әлебай мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы, унан һуң 14 йыл мәктәп директоры булып эшләй. 2007 -2013 йылдарҙа «Ейәнсура таңдары» гәзитендә хәбәрсе-корректор, бүлек мөдире эшен башҡара.
Миҙхәт Хаммат улы ижад менән дә шөғөлләнә – очерктар, хикәйәләр, һүрәтләмәләр яҙа. 2011йылда үҙенең тыуған ауылы тураһында «Әлебайым – гүзәл төйәгем», «Табип, эҙәрмән, тарихсы» исемле китаптарын уҡыусыларына бүләк итте.
Список литературы:
1. Аҫылбаев М.Х., Әлебайым - гүзәл төйәгем [Текст] / М.Х.Аҫылбаев.-2010.-Б.144
2. Аҫылбаев М.Х., Табип, эҙәрмән, тарихсы [Текст] /М.Х.Аҫылбаев.-2012.-Б.52
3. Аҫылбаев М.Х. Ауылым-Мөхәмәтйән /М.Х.Аҫылбаев.-2013.- Б.64.
4. Аҫылбаев М.Х. Ҡасим Янбаев: Заманы һәм замандаштары /М.Х.Аҫылбаев.- 2014.- Б.112.
5. Аҫылбаев М.Х. Фронт һәм тыл ҡаһармандары / М.Х.Аҫылбаев.- 2015.-Б.389.
Аҫылбаев М.Х., Нурлымы көн сығыштары. Аяҙмы көн байышы? [Мөхәммәт Илбаевҡа – 75 йәш] М.Х.Аҫылбаев // Ейәнсура таңдары, 2014.- №31.-Б.4