Туған йылым 1 июль1937 йыл, тыуған ауылым- Юнай ауылы, Ейәнсура районы. Белемем – тулы булмаған башланғыс. Хеҙмәт стажым 1951-се йылдың июль айынан Ворошилов исемендәге колхоз ағзаһы  булып башланды. 1958-се йылдың 18-се октябренән – армия сафында, 1961-се йылдың декабрь айынан – запаста. Армия хеҙмәтенән һуң, үҙаллы уҡып, 8-се синыфты тамамланым.

Профессионал белемем – Мораҡ проф-тех. училищеһе. 2-се профессиям – Йылайыр 1 йыллыҡ ветеринар училищеһе (1975-1976 й.й.)

Йәмәғәт эштәрендә:

- бригада профсоюз ойошмаһы етәксеһе;

- колхоз идараһы ревизия комиссия ағзаһы;

Бер нисә саҡырылыш һайлау комиссияһы етәксеһе. 30 йыл ветеринар, шул уҡ ваҡытта ферма мөдире булып эшләнем. Эш стажым йәмғеһе: 55 йыл.

Шиғырҙар, бәләкәй хикәйәләр, юморескалар яҙам. Улар район гәзитендә даими баҫылып торалар.

 

Год народного творчества